Мәктәп – бер ниндәй ҙә картала күрһәтелмәгән бәләкәй генә ил. Мәктәп-ул иҫ киткес донъя, ундағы һәр бер көн үҙенсә, бер-береһен ҡабатламай, бер - береһенә оҡшамай; унда һәр бер миҙгел – ниндәйҙер  яңылыҡты, мауыҡтырғысты эҙләү; был - күңелһеҙләнеп ултырырға, бәхәсләшергә һәм ваҡытты бушҡа ауҙарырға бер генә минут ваҡыт та булмаған сихри донъя, бында һәр бер бала - киләсәкте төҙөүсе. Ошо иҫ киткес  донъяла бала саҡтан уҡ оҙаҡ йәшәргә  хыялландым, бында тик сабырҙар, иғтибарлылар, яғымлылар, асыҡ йөҙлөләр һәм  изге кешеләр генә йәшәүен  һәм улар -УҠЫТЫУСЫЛАР икәнлеген дә белә инем. Тик бына ошо сихри донъяла ваҡытлыса йәшәүселәрҙе күреп, үҙемә «мин барыбер  изге йөрәкле, ярҙамсыл уҡытыусы булам» тигән маҡсат ҡуйҙым.

Ирекһеҙҙән, бала саҡ хәтирәләренә сумам… Мин  ябай ауыл ҡыҙы, атай-әсәйем ғүмер буйына ауыл хужалығында  хеҙмәт иткән кешеләр. Ә минең  хыялым -  уҡытыусы булыу.

 Күҙ алдыма мәктәп йылдар килеп баҫа…  Класта дәрес бара.  Уҡытыусы өй эшен тикшерә.  Һәр беребеҙҙән тиерлек һорай, тик шул шуҡ малайҙар тағы ла өй эшен эшләмәй килгән. Уҡытыусы: «Һеҙ көтөүсе балалары, һеҙҙән кеше сығамы ни? Тик көтөүсе генә сыға», - тине лә  яңы теманы аңлатырға тотондо, ә мин «көтөүсе балаһы», әсенеп, «барыбер уҡытыусы булам» тип эстән генә ҡабатлайым. Бына ошо ябай ғына күренеш ғүмер буйына мине оҙата барҙы. Мин бына  өс тиҫтә йылдан артыҡ яратҡан эшемә ашығам, эшемдә ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла уҡыусыларымды яңылыш әйтелгән һүҙҙәр менән ҡыйырһытмаҫҡа тырышам.  

 Йылдар дауамында тупланған тәҗрибәләремде күҙаллап ултырам. Утыҙ йылдан артыҡ  балалар менән ҡулға - ҡул тотоноп эшләү һөҙөмтәһеҙ  үтмәгән. Уҡытыусы булараҡ, мин дә «Бала күңеле –аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң, шуны уҡырһың» тигән  һүҙҙәр менән тулыһынса  килешәм.  Мин дә  улар күңеленә кешелеклелек орлоҡтарын сәсәм. Һәләтле уҡыусыларым район, республика күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа,олимпиадаларҙа  лайыҡлы урындар ала. Минең эҙҙән китеп, юғары уҡыу йортона ингәндәре лә,  уҡытыусы булып, мин  һалған мәңгелек һуҡмаҡтан  барыусылары ла бар. Ышаныслы аҙымдар менән әле тағы ла алға барырға кәрәклеген бар күңелем менән һиҙәм.

Минең  тормош   девизым  -  кешеләргә   изгелек  ҡылыу,   донъяның матурлығын күрә белергә, йәшәү ҡәҙерен аңларға өндәү.                                                                                                             Минең  педагогик  кредом-  яңылыҡҡа ынтылыу,  заман  менән  бергә  атлау, шулай уҡ, уҡытыу һәм тәрбиә эшен этнолингвокультурологик нигеҙҙә алып барыу.    

Бөгөнгө  көндә мин үҙемде бик бәхетле тип уйлайым: яратҡан эшем, ярҙамсыл  хеҙмәттәштәрем, мине хөрмәт итеүсе уҡыусыларым һәм ата- әсәләр булыу – үҙе ҙур бәхет. Тимәк, уҡытыусы һөнәрен һайлап  бер ҙә яңылышмағанмын.                                                                       

Уҡытыусы… Үҙемдең ошо һөнәрҙе һайлауым һәм уға тоғро булыуым менән ғорурланам. Ҙур хәреф менән яҙылған УҠЫТЫУСЫ булыу өсөн ошо иҫ киткес мәктәп донъяһында йәшәүселәрҙе – балаларҙы яратырға кәрәк.  Күренекле педагог     Я.А.Коменский, «наша профессия самая лучшая, как никакая другая под солнцем» тигән. Шуға күрә уҡытыусы һөнәрен мин тағы ла мөһим,  яуаплы һөнәр тип өҫтәр инем.     Бала күңелен асыу, уның киләсәктә кем булыуын билдәләү ҙә беҙҙән, уҡытыусыларҙан,  тора: бейек йорттар һалыусымы, кешеләрҙе  бөгөнгө көндә дауалап булмаҫтай ауырыуҙарҙан дауалаусымы,  космос киңлектәрен айҡаусымы,  ә бәлки беҙҙең кеүек, таҡта алдында, яҡшылыҡ, изгелек орлоҡтарын сәсеүсеме?.. 

Дәрес тамамланды, ә уҡыусылар  кабинеттан сығырға ла уйламай, һорауҙар яуҙыра. Был мәлдәрҙә минең күңелем йырлай, сөнки көнөм бушҡа уҙмаған: кемгәлер телебеҙҙең матурлығын күрә белергә, уның менән ғорурланырға, туған телдә аралашырға мөмкинселек биргәнмен, тыуған  төйәгебеҙгә  һоҡланыу  хисе  тыуҙырғанмын. Балаларҙың шат йөҙҙәрен күреү,  бер-береһен  бүлә-бүлә   яңылыҡтар менән уртаҡлашыуын  ишетеү  - бәхет  түгелме ни? Бына  ошо ҡыҫҡа мәл  өсөн  генә лә УҠЫТЫУСЫ   булыу   кәрәк!

Эш көнөм  тамамланғас,  бер  үк һуҡмаҡтан ашҡынып яратҡан ғаиләм янына ҡайтыу, юлымда  мин   белем биргән, хәҙер инде үҙ ғаиләләренә ашығыусы уҡыусыларымды күреү, улар менән аралашыу, үҙемде бик күптәр өсөн  кәрәк тип һанау – был оло  бәхет түгелме ни ?! «Кешеләргә кәрәклегеңде тойоу – ҙур бәхет ул»,- тигән бер аҡыл эйәһе.  Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Бына ошо Уҡытыусы тигән исемде йөрөтөүем менән сикһеҙ  бәхетле мин!

Мәктәп  эргәһендә шау-гөр килеп уйнаған  кескәй балаларға күҙ һалам. Башыма: «Былары- киләсәкте төҙөүселәр», - тигән уй килә һәм эстән генә улар менән әңгәмә ҡора башлайым.

-         Исемең кем?

-         Мәҙинә. (Бына бит  ниндәй  күңелгә       ятышлы  исемдәр ҡушалар тип эстән генә ҡыуанам.)

-         Бигерәк матур исем.Үҙеңә килешеп тора. Һиңә нисә йәш һуң?

-         Алты тулды. Мин  башҡортса  уҡырға, әкиәттәр, шиғырҙар  һөйләргә беләм. (Ҡыҙсыҡтың күҙҙәрендә бәхет осҡондары балҡый.)

-         Һай,афарин! Кем өйрәтте?

-         Атайым менән әсәйем. Һөйләп күрһәтәйемме?

-         Әйҙә, рәхим ит… (Әңгәмәсемде бүлдерергә ҡурҡып, тын да  алмайынса тыңлайым…)

     Бына   бит  киләсәк кешеһе! Үҙе бәләкәй булһа ла  уйҙары ҙурҙарса. Ул кем буласағы, ниндәй ғаилә ҡорасағы, илгә, республикабыҙға ниндәй файҙа килтерәсәге тураһында белә. Һау-сәләмәт, белемле, әҙәпле, илһөйәр,  туған теле менән ғорурланыусы, илем-телем, халҡым тип яныусы буласаҡ ул!.                                                                                                                                                                                                      --  - Әйҙә, түргә уҙ, рәхим ит, киләсәкте төҙөүсем!..

                 

                                                    Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы